Ирһеҙ ҡатын.
Урам буйлап үтһә ирһеҙ ҡатын,
Күпме күҙҙәр уны күҙәтә:
Ҡасан, ҡайҙа, нисек һөрлөгөр ҙә,
Ҡасан йомшаҡлығын күрһәтә?
Кемдер күрә итәк оҙонлоғон,
Йәки ирендәге ҡыҙылды…
Һорашмайҙар: нисек үҫтерәһең,
Әйтсе әле, улың-ҡыҙыңды?
Өҫтө-башты ҡарап, төп-төҙ атлап
Йөрөгәнде халыҡ тиҙ күрә!
Аптырарлыҡ инде: был бисара
Ҡасан донъя көтөп өлгөрә?
Йорт-ҡураһы йыйнаҡ, өйө таҙа,
Өҫтәлеңдә тулы һый-ниғмәт,
Балаларың тәрбиәле, бөхтә –
Нисек өлгәрһең, әхирәт?
Ауыл ере өсөн аҙым һайын
Ир ҡулдары кәрәк ярҙамға,
Күпме ғәйбәт, күпме ғәйептәрҙе
Өлгөрҙөләр һиңә яғырға?
Һыуҙан таҙа, ҡарҙан саф булһаң да,
Йоғор бысраҡ – яҡлар кешең юҡ…
Ә шулай ҙа башты тот юғары!
Йәштәреңде, зинһар, эскә йот!
Һиңә ҡарап, әйҙә, һөйләнһендәр,
Көнләшһендәр әйҙә күптәре!
Ғорур баҫып, әйҙә, үт урамдан,
Емерелмәй микән күктәре!
Барыбер ҙә кемдең кем икәнен
Халыҡ белә, кеше күрә бит!
Ваҡыт үҙе ҡуйыр баһаларҙы,
Бар көсөңдө туплап сабыр ит!..
Һоҡланһындар әйҙә арттан ҡарап,
Көнләшһендәр әйҙә үҙеңә!
Сабыр төбө булыр һары алтын,
Ә хәҙергә түҙ ҙә түҙ генә…
автор Фирүзә Абдуллина.
10.11.2014 й.